Көн дауамында ведомствола (Театр урамы, 5/2) иртәнге сәғәт 9-ҙән киске 6-ға тиклем 109-сы, 112-се бүлмәләрҙә хеҙмәткәрҙәрҙән балаларҙың хоҡуҡтарын яҡлау, етем балалар, инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләр, ауыр тормош хәлендә ҡалған балалар өсөн социаль гарантиялар һәм башҡа ярҙам саралары тураһында һорауҙарға яуап алырға мөмкин.