Өфөлә күренекле һүҙ оҫтаһы, шағир, прозаик, драматург һәм публицист, философ һәм йәмәғәт эшмәкәре Мостай Кәримдең 100 йыллығына арналған саралар башланды. Юбилей йылы «Тулыһынса беҙҙеке» девизы аҫтында уҙа.
Тәүге сара — «Мостай. Бер ҡасан да булмаған интервью» китап-альбомы менән таныштырыу Башҡорт опера һәм балет театрында үтте. Китап бүләк форматында эшләнгән һәм шағирҙың шәхси, республиканың билдәле фотографтары архивынан алынған бик күп фотоһүрәттәр менән байытылған, йөкмәткеһе лә һәр кемгә ҡыҙыҡлы булыр - күренекле яҙыусының көндәлектәре, иҫтәлектәре аша уның ижад һәм тормош юлы тураһында бай мәғлүмәт алырға була.