Әлшәй хәбәрҙәре
-21 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Ноябрь 2018, 13:32

Рамаҙан Радий Хәбировтан бүләк алды

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров эш сәфәре барышында Әбйәлил районының Йәнекәй ауылы урамында Рамаҙан Хызыров исемле малайҙы осратҡайны. Уларҙың ҡул бирешеп күрешеп торған фоторәсеме бар интернет донъяһын урап сыҡты. Әле килеп ошо осрашыуҙың шатлыҡлы дауамы булды.

Малайға Радий Фәрит улынан бүләк тапшырҙылар. Рамаҙан һәм уның һеңлеһе Ирида республика етәксеһенән уйынсыҡтар алып ҡыуанды. Ағай кеше хәҙер конструктор йыйһа, һеңлеһе ҡурсаҡ уйната. Бынан тыш, Радий Хәбиров “Ҡәҙерле дуҫ! Минең теләктәрем һиңә булған ихлас мөғәмәләмде белдерһен. Һиңә бәхет, дөрөҫ аҙымдар, ҙур уңыштар!” тигән матур теләктәр яҙып, фоторамкаға алынған Рамаҙан менән икәү бергә төшкән рәсемде лә ебәргән. Ул өй түрен биләй.


Малайҙың әсәһе Әлиә Дауытова социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ғаиләһе, туғандары исеменән республика етәксеһенә рәхмәт һүҙҙәрен еткергән: “Хөрмәтле Радий Фәрит улы! Бүләктәрегеҙ, иғтибарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт. Бәләкәй баланың оло теләген тормошҡа ашырҙығыҙ. Еңел булмаған эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ. Беҙ Һеҙҙең менән республикабыҙ сәскә атыр тип инанабыҙ!”

Читайте нас в