Айлыҡ аҡсалата компенсация йәки субсидия алыу өсөн йәшәү урыны буйынса Республиканың халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәге филиалдарына, йә күп функциялы үҙәктәргә мөрәжәғәт итергә, йә иһә ғаризаны республика порталы аша электрон формала тапшырырға кәрәк. Кәрәкле документтар теҙмәһе Республиканың халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәге
сайтында урынлашҡан. Шунда уҡ
«онлайн-калькулятор» ярҙамында яҡынса субсидия дәүмәлен иҫәпләргә мөмкин. Социаль ярҙам сараларын күрһәтеү шарттары һәм тәртибе, кәрәкле документтар теҙмәһе менән танышырға
«интерактив онлайн-консультант» ярҙам итә. «Граждандарҙы ҡабул итеү» функцияһы менән Республиканың халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәге филиалдары белгестәренә алдан яҙылырға мөмкин.