Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Ноябрь 2018, 13:04

«Мисс International – Ufa» конкурсында һәр бәйгесе үҙ халҡы менән таныштырырға тейеш

Өфөлә «Мисс International – Ufa» этник-ара матурлыҡ һәм талант конкурсы уҙа. Бәйгелә Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә йәшәүсе 18-28 йәштәге ҡыҙҙар – төрлө милләт вәкилдәре ҡатнаша ала. Һәр бәйгесенең үҙ халҡы менән сағыу таныштырыуы конкурстың үҙенсәлеге булып тора.
Конкурста ҡатнашыуға Башҡортостандан, Рәсәй төбәктәренән, БДБ-нан һәм алыҫ сит илдән 50-нән ашыу ҡыҙ ғариза тапшырған. Кастинг 11 ноябрҙә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында иртәнге сәғәт 10-да башлана.
Конкурс программаһы сиктәрендә финалсыларҙы республиканың баш ҡалаһы менән таныштырыу, Өфөнөң мәҙәни аң-белем таратыу һәм күңел асыу учреждениеларында булыу, ижади зыялыйҙар менән осрашыу, арҙаҡлы ватандаштар менән аралашыу, оҫталыҡ дәрестәре, халыҡ кәсептәре оҫталарының һәм милли аш-һыу күргәҙмәләре күҙалланған.
27 ноябрҙә «Конгресс-хол»да ҙур финал конкурстың кульминацияһы була.
«Мисс International Ufa» проекты «Таврида» бөтә Рәсәй йәштәр мәғариф форумында 200 мең һумлыҡ грант отто. Форум еңеүсеһе — Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының бишенсе курс студенты Земфира Рәшитова.
«Конкурс идеяһы Халыҡтар дуҫлығы йорто ҡарамағында Йәштәр Советы рәйесе булып эшләгән ваҡытта барлыҡҡа килде. Миңә республикабыҙҙа йәштәр өсөн милләт-ара ваҡиғаларҙың аҙ булыуы тап килде, — тип һөйләне Земфира. — «Таврида» форумында халыҡ сәнғәтен йәштәр өсөн Рәсәй халыҡтарының традицион мәҙәни ҡиммәттәре нигеҙендә Рәсәй берҙәйлеген нығытыуға булышлыҡ итәсәк тренд булараҡ күрһәтеү беҙҙең бурыс булып торҙо. Форумда еңеү һәм Рәсәй йәштәре агентлығы белгестәре таныуы проектты тормошҡа ашырыу өсөн ҙур этәргес булды».
«Мисс International – Ufa» конкурсы республика халҡын Рәсәй һәм Башҡортостан халыҡтарының мәҙәниәте менән таныштырыу; йәштәрҙең этник-ара аралашыуы өсөн шарттар булдырыу; йәштәр мөхитендә этник-ара экстремизмды иҫкәртеү һәм интернационализм тәрбиәләү; мәҙәниәтте, матурлыҡты, шәхес аһәңлеген һәм камиллығын пропагандалау; эстетик алым тәрбиәләү, Рәсәй һәм Башҡортостан халыҡтарының халыҡ йолаларын, матди һәм рухи мәҙәниәтен һаҡлау һәм тергеҙеү маҡсатында уҙғарыла.
Конкурс ойоштороусылары – Рәсәй йәштәре агентлығы, Милләттәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ, Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы, Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йорто, «Берҙәм Рәсәйҙең Йәштәр гвардияһы» бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе.

Читайте нас: