Әлшәй хәбәрҙәре
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Ноябрь 2018, 17:44

Башҡортостандың Тарифтар буйынса дәүләт комитеты сүп-сар сығарған өсөн хаҡ билдәләне

Башҡортостандың Тарифтар буйынса дәүләт комитеты сүп-сар сығарған өсөн хеҙмәттең хаҡын билдәләне. Һүҙ 2019 йылдан төбәк операторҙарының ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса эшенә түләү хаҡында бара. Бынан алда «Башинформ» ҡалдыҡтарҙы сығарған һәм электр энергияһы өсөн иҫәпте берләштереү тураһында хәбәр иткәйне.

Ведомствола белдереүҙәренсә, берҙәм төбәк операторының хеҙмәтенә тариф, өҫтәмә хаҡҡа һалым менән, бер кубометр өсөн 650, 40 һум тәшкил итә. Шулай итеп, күп фатирлы йортта бер кеше өсөн түләү айына яҡынса 140,92 һум, шәхси йортта иһә 200,54 һум була.

Республикала дүрт төбәк операторы эшләй. Уларҙың хеҙмәттәренә хаҡтарҙа бер аҙ айырма булыр, моғайын.

Читайте нас: