Әлшәй хәбәрҙәре
+11 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Октябрь 2018, 11:58

Республикала тәрбиәгә алған һәм патронат ғаиләләргә пособиелар 4% арттырыла

2019 йылдың 1 ғинуарынан тәрбиәгә алған һәм патронат ғаиләләрҙәге балаларҙы ҡарауға айлыҡ пособиелар, тәрбиәгә алған һәм патронат ата-әсәләргә тейешле түләүҙәр, опекаға һәм попечителлеккә бирелгән балаларҙы ҡарау өсөн пособиелар күләме 4% арттырыла.
«Республикала бындай индексация даими уҙғарыла. Ағымдағы йылда улар һиҙелерлек артты — 2018 йылдың 1 ғинуарынан республика парламенты ҡарары менән бер юлы 16% күтәрелде. Быйыл индексация бик ҙур түгел, ләкин, шуға ҡарамаҫтан, йыл йомғаҡтары буйынса фаразланған инфляция кимәленән юғарыраҡ», — тине республика парламенты спикеры Константин Толкачев.
Закон проекты буйынса аҙаҡҡы ҡарарҙы Дәүләт Йыйылышы депутаттары йыл һуңына тиклем ҡабул итергә тейеш. 2019 йылда законды тормошҡа ашырыу өсөн сығымдар 65 миллион һумдан ашыу тәшкил итер тип көтөлә. Пособиеларҙың аныҡ күләме ғаиләнең төрөнә, балаларҙың һаулыҡ торошона, уларҙың һанына, башҡа шарттарға бәйле тирбәлә һәм индексациянан һуң бер балаға 6 350 һумдан 11 249 һумға тиклем була.

Читайте нас: