Башҡортостанда Шишмә, Мәләүез, Раевка шәкәр заводтары яңы уңыштан 65,5 мең тонна шәкәр етештергән, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығында. Бөгөн предприятиелар 460 мең тонна тамыраҙыҡ эшкәрткән. Сеймал әҙерләү һәм эшкәртеү дауам итә: төбәктә 1,3 миллион тоннанан ашыу шәкәр сөгөлдөрө ҡаҙып алынған. Быйыл уртаса уңыш гектарынан 307 центнер тәшкил итә (былтырғы кеүек). Урып-йыйыу йомғаҡтары буйынса кәмендә 1,5 миллион тонна тамыраҙыҡ йыйыу фаразлана.