Әлшәй хәбәрҙәре
+19 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Октябрь 2018, 11:32

Республикала пенсионерҙар өсөн йәшәү минимумы 3,9 процентҡа артты

1 ғинуарҙан Башҡортостанда пенсионерҙың йәшәү минимумы 8 645 һум буласаҡ.

Дәүләт Йыйылышы депутаттары пленар ултырышта республикала ҡулланыу кәрзинен һәм йәшәү минимумын билдәләү тәртибе тураһындағы законға төҙәтмәләр ҡабул итте.

Закон менән 2019 йылдың 1 ғинуарынан Башҡортостанда пенсионерҙың йәшәү минимумы дәүмәле 8 645 һум күләмендә билдәләнгән. Был ғәмәлдәге йәшәү минимумынан 3,9% күберәк. Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Юрий Мельников әйтеүенсә, әлеге сумма пенсияһы ошо дәүмәлдән түбәнерәк булған граждандарға социаль өҫтәмә иҫәпләү өсөн кәрәк.

Читайте нас: