Конференцияның эшендә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы
Радий Хәбиров, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе, Баш мөфтөй Тәлғәт Тажетдин, Рәсәй Президентының эске сәйәсәт буйынса идаралығындағы дини ойошмалар менән бәйләнеш буйынса департамент начальнигы урынбаҫары Алмаз Фәйзуллин, Төркиәнең Истамбул ҡалаһы мөфтөйө Хәсән Камил Йылмаз, Иордания, Мысыр илдәре вәкилдәре, республиканың төрлө конфессия һәм дин әһелдәре ҡатнаша.