Әлшәй хәбәрҙәре
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Октябрь 2018, 13:23

Балаларҙы ла, ололарҙы ла һаҡлайыҡ!

Ошо көндәрҙә булған Керчь фажиғәһе йәмәғәтселекте тетрәткән иң аяныслы хәлдәрҙең береһе булып тарихҡа инеп ҡалды. Ҡот осҡос енәйәтте тикшереү, уның сәбәптәрен асыҡлау эштәре бара, шул уҡ ваҡытта ошоға оҡшаш ваҡиғаларҙың, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йыш ҡабатланып тороуы ил етәкселеге, юғары власть даирәләре иғтибарынан да ситтә ҡалманы.


Ошо йәһәттән Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова, социаль тармаҡҡа ҡараған учреждениеларҙа хәүефһеҙлекте тәьмин итеүгә системалы берҙәм ҡараш булырға тейеш, тип белдерҙе, балалалыҡты яҡлау һәм уҡыу процесының хәүефһеҙлеге темаһы Федерация Советы өсөн өҫтөнлөклө тема булып ҡалыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.


Һүҙ балаларға белем биреү учреждениелары, мәктәптәр, юғары уҡыу йорттары менән бер рәттән, социаль приюттар, ҡарттар йорттары тураһында ла бара. Сенатор фекеренсә, уларҙа хәүефһеҙлек тәьмин итеүҙең берҙәм системаһы булдырылырға тейеш.


Читайте нас: