Иртәгә – Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 99 йыл. Тотош бер быуат, тиергә лә була. Үҙ ғүмерендә Мостай ағай еренең бәрәкәтен, халыҡтарҙың һөйөүен тойоп йәшәне, тәрән зиһене менән власть һәм халыҡ араһында күперҙәр һалырға тырышты. Совет илендә генә түгел, союздаш дәүләттәрҙә лә, диңгеҙ, океан аръяҡтарында ла беҙҙе уның исеме аша танынылар. Ул Башҡортостандың беренсе яҙыусыһы булып ғүмер итте.
“Башҡорт ошо ерҙә донъяға килгән, ошонда ғүмер итәсәк. Башҡорт үҙаллы дәүләт төҙөп, үҙ телендә һөйләшеп, үҙ етәксеһе – Президенты ҡулы аҫтында йәшәр өсөн донъяла бер генә урын бар – ул Башҡортостан!”– тигән һүҙҙәре менән киҫкен ваҡыттарҙа милләтебеҙҙе яҡлар һүҙ әйтте.
Шағирҙың халыҡ араһында киң танылған “Уңдым” шиғыры бар. Унда:
Хәйерле төн һеҙгә, үткәндәр!
Эйе, уңдым. Күп нәмәнән уңдым.
Минән уңды микән бүтәндәр?.. – тип яҙа.
Башҡорт әҙәбиәтендә генә түгел, Рәсәй, донъя кимәлендә үҙ ижады, милли холоҡло геройҙары менән эҙен ҡалдырған шәхестең әҫәрҙәренән бик уңды уҡыусылар! Рәхмәт һеҙгә ижадығыҙ өсөн, Мостафа Сафа улы!