Әлшәй хәбәрҙәре
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Октябрь 2018, 18:17

Башҡортостан Төркиәлә Гран-при яуланы!

Төркиәнең Мугла провинцияһында умартасылыҡ буйынса халыҡ-ара конгресс үтте.


Бөгөн - Төркиәнең Мугла провинцияһында үтеүсе умартасылыҡ һәм нарат балы буйынса халыҡ-ара конгресының һуңғы көнө. Мәртәбәле сарала Рәсәйҙе Башҡортостандың умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса фәнни-тикшеренеү үҙәге тәҡдим итте.
Конгреста "түңәрәк өҫтәл"дәр, фәнни-ғәмәли конференциялар, эшлекле сессиялар ойошторолдо. Уларҙа донъяның төрлө тарафтарынан йыйылған умартасылар бал етештереү һәм һатыу, бал ҡорттарына экологияның йоғонтоһо, ауыл хужалығы үҫешендәге роле тураһында фекер алышты.
Башҡортостандың умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса фәнни-тикшеренеү үҙәге генеральный директоры Әмир Ишемғолов 2021 йылда Өфөлә үтәсәк ҙур сара - умартасыларҙың 47-се Апимондия халыҡ-ара конгресына әҙерлеге тураһында һөйләне
Төркиәлә үткән конгресс һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан иң юғары бүләккә - Гран-приға лайыҡ булды.



Фото: "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы.


Читайте нас: