Республика етәксеһе төбәк берҙән-бер дәүләт нәшриәтенән мәхрүм ҡалмаясаҡ, тип белдерҙе. Башҡортостан Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров предприятиеның бөлгөнлөккә төшөүенә юл ҡуйған чиновниктарҙы ҡаты тәнҡитләне һәм 15 ноябргә тиклем уны ҡотҡарыу алымдарын әҙерләргә ҡушты.
Башҡортостандың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Евгений Гурьев әйтеүенсә, октябрь башына предприятиеның 49,8 миллион һумлыҡ дебитор, 385,5 миллион һумлыҡ кредитор бурысы булған. Уның төп өлөшө 2009 йылда тупланған – предприятие яңы баҫыу станоктары өсөн алған кредитын ҡайтармаған.