Әлшәй хәбәрҙәре
-14 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Октябрь 2018, 17:13

Радий Хәбиров көҙгө-ҡышҡы осорға әҙерлек буйынса кәңәшмә үткәрҙе

Республика йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 2018–2019 йылдарҙың көҙгө-ҡышҡы осорона төбәктең әҙерлеге мәсьәләһе буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Унда республика Хөкүмәте ағзалары, муниципаль райондар һәм ҡала округтарының хакимиәт башлыҡтары ҡатнашты.


Кәңәшмәлә юл-транспорт комплексының ҡышҡы эшкә, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ системаһының йылытыу миҙгеленә әҙерлеге, коммуналь хеҙмәттәрҙең тейешле техника һәм яғыулыҡ менән тәьминәте, шулай уҡ Өфөлә пассажирҙар транспорты системаһын камиллаштырыу темалары тикшерелде. Фекер алышыу йомғаҡтары буйынса Хөкүмәт ағзаларына, муниципалитеттар етәкселегенә тейешле күрһәтмәләр бирелде.



Читайте нас в