Әлшәй хәбәрҙәре
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Октябрь 2018, 17:05

Башҡортостанда балалар өсөн «комендант сәғәте» ҡышҡы ваҡытҡа күсте

Башҡортостанда бәлиғ булмағандар өсөн «комендант сәғәте» ҡышҡы ваҡытҡа күсте, тип хәтергә төшөрҙөләр Өфө хакимиәтендә. 1 октябрҙән 30 апрелгә тиклем 17 йәшкәсә балалар һәм үҫмерҙәр ата-әсәһенән йәки опекунынан башҡа төнгө сәғәт 10-дан иртәнге 6-ға тиклем йәмәғәт урындарында йөрөмәҫкә тейеш. Шулай булмағанда ата-әсәләргә административ яза – 100-500 һум (Рәсәй Федерацияһы Административ хоҡуҡ боҙоу кодексының 5.35 статьяһына ярашлы) штраф ҡаралған. Әгәр бала икенсе тораҡ пунктына юлда булыуҙы иҫәпкә алмағанда. Өҫтәүенә уның билеты һәм паспорты булырға тейеш.

Читайте нас: