Әлшәй хәбәрҙәре
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Октябрь 2018, 18:27

Ял көндәрендә республикала ҡар яуыуы көтөлә

Ял көндәрендә Башҡортостанда ҡар яуа, тип вәғәҙәләй Башгидромет синоптиктары.


Алдағы көндәрҙә республикала һауа торошон атмосфера фронты билдәләй. Шәмбе, 6 октябрҙә, һалҡын фронт аша төбәк биләмәһенә арктик һауа үтеп инә. Көндөҙ температура +4,+9 градустан күтәрелмәй. Республиканың айырым райондарында бер аҙ ямғыр һәм ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы ла мөмкин.


7 октябргә ҡарай төндөң дә һалҡын булыуы, һауа температураһының -3,+2 градусҡаса түбәнәйеүе көтөлә. Урыны менән бер аҙ ҡар ҡатыш ямғыр яуа.


Хәл йәкшәмбе көндө үҙгәрә башлай. Көнбайыштан республика биләмәһенә йылы һауа массаһы күсә. Һауа температураһы +8,+13 градусҡа тиклем күтәрелә. Республиканың күпселек райондарында ямғыр яуа. Аҙнаның башы ял көндәренә ҡарағанда йылыраҡ булыуы, һауа температураһының +11,+16 градусҡаса күтәрелеүе күҙаллана.

Читайте нас: