Әлшәй хәбәрҙәре
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Октябрь 2018, 18:22

Ырымбур өлкәһендә башҡорт яҙыусыһы Мөхәмәтша Буранғоловҡа стела асыла

Ырымбур өлкәһенең Үрге Ильяс ауылында башҡорт әҙәбиәте классигы Мөхәмәтша Буранғоловҡа стела асыла. Был хаҡта Башҡорт ҡоролтайы башҡарма комитетының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Стелала яҙыусының портреты, әҫәрҙәренең геройҙары һүрәтләнгән һәм уның хаҡында ҡыҫҡаса мәғлүмәт яҙылған. Асыу тантанаһы 5 октябрҙә була һәм яҙыусының 130 йыллығына арнала. Иртәнге сәғәт 10-да башлана. Сараларҙа тарих фәндәре кандидаты, Башҡорт дәүләт университетының Тарих һәм дәүләт идараһы институты доценты Нурислам Ҡалмантаев етәкселегендәге Башҡортостан Республикаһы делегацияһы ҡатнаша.
Мөхәмәтша Буранғолов (1888-1966) — халыҡ сәсәне, драматург, «Урал батыр» эпосын яҙып алған, шулай уҡ киң ҡатлам уҡыусыларға башҡорт халҡының башҡа рухи хазиналарын асҡан ғалим-фольклорсы.

Читайте нас: