Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Октябрь 2018, 18:15

Башҡортостанда башҡорт һәм туған телдәр ассоциацияһы ойошторолдо

Башҡортостанда башҡорт һәм туған телдәр ассоциацияһы булдырылды. Ҡарар ойоштороу конференцияһында ҡабул ителде, тип хәбәр итә республиканың Мәғариф министрлығы. Конференцияла дөйөм белем биреү ойошмаларының, милли йәкшәмбе мәктәптәренең, мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларының 130-ҙан ашыу башҡорт теле һәм әҙәбиәте, туған тел уҡытыусылары, туған (рус булмаған) телдә уҡытылған белем биреү ойошмалары етәкселәре ҡатнашты.
Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институты доценты, филология фәндәре кандидаты Фәнзил Санъяров – ассоциация етәксеһе, Ишембай ҡалаһындағы Әхмәт-Зәки Вәлиди исемендәге башҡорт гимназия-интернатының башҡорт теле уҡытыусыһы Рифат Әйүпов һәм Өфө ҡалаһының 65-се татар гимназияһы уҡытыусыһы Анфиса Ғәлимйәнова рәйестәштәр итеп һайланды.
Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһы депутаты, Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы рәйесе Зөһрә Рәхмәтуллина һәм Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институты ректоры Рәмил Мәжитов уҡытыусыларға сәләмләү һүҙе менән мөрәжәғәт итте.
Республиканың мәғариф министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының баш белгесе Рәйсә Күзбәкова, Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультеты деканы Луиза Сәмситова, шулай уҡ белем биреү ойошмалары етәкселәре һәм туған тел уҡытыусылары республикала милли белем биреүҙең торошо һәм перспективалары тураһында һөйләне.
Конференцияла ҡатнашыусылар республикала башҡорт һәм туған тел уҡытыусыларының һөнәри берләшмәһен ойоштороу кәрәклеге хаҡында белдерҙе. Башҡортостандың башҡорт һәм туған телдәр уҡытыусылары ассоциацияһының маҡсаты – профессиональ, рухи-мәҙәни мәсьәләләрҙе берлектә тормошҡа ашырыу, туған һәм дәүләт телдәрен һаҡлау, үҫтереү.
Ассоциация уҡытыусыларҙың һөнәри аралашыу һәм милли белем биреү өлкәһендә алдынғы тәжрибә алмашыу өсөн майҙансыҡ булырға, күп милләтле республика халыҡтарының дуҫлығын нығытыуға булышлыҡ итергә тейеш.
Башҡорт һәм туған телдәр уҡытыусылары ассоциацияһын ойоштороусылар булып Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды сығыш яһаны.
Ассоциация алты методик берләшмәне: башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларын, туған рус теле уҡытыусыларын, туған (рус булмаған) тел уҡытыусыларын, колледж һәм юғары уҡыу йорттарының башҡорт теле уҡытыусыларын, туған телдә уҡытылған белем биреү ойошмалары етәкселәрен, туған телдә уҡытылған һәм туған телдәр өйрәнелгән мәктәпкәсә белем биреү ойошмалары педагогтарын үҙ эсенә ала.

Читайте нас: