Әлшәй хәбәрҙәре
-28 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Октябрь 2018, 11:11

2019 йылдан Башҡортостанда ишле ғаиләләр 600-шәр мең һум аҡса алыуы мөмкин

2019 йылда Башҡортостанда «Газель» микроавтобусы урынына бер тапҡыр бирелә торған түләү алыусыларҙың исемлеген киңәйтеү күҙаллана.
Киләһе йылдан тәғәйенләнгән «Газель» урынына 600 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләүгә һигеҙ һәм унан күберәк бәлиғ булмаған бала тәрбиәләгән ғаиләләр хоҡуҡлы була. Тейешле закон проекты 2 октябрҙә республика Хөкүмәте Президиумы ултырышында хуплау тапты һәм Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға ҡарауға индерелә.
Ултырышта төбәктең хеҙмәт министры Ленара Иванова аңлатыуынса, алдан микроавтобус йәки тейешле түләү алыу хоҡуғы 10 һәм унан күберәк бәлиғ булмаған балалар тәрбиәләгән ғаиләләргә бирелде. Һуңынан ошондай социаль ярҙам сараһына туғыҙ һәм унан күберәк балалары булған ғаиләләр иҫәп тота алды. Хәҙер был кимәлде тағы ла төшөрөү һәм бер тапҡыр бирелә торған түләүҙе һигеҙ һәм унан күберәк балалы ғаиләләргә биреү күҙаллана.
Йыл һайын ошондай түләүҙәргә сығымдар Башҡортостанда 23,6 миллион һум тәшкил итәсәк.
Әлеге ваҡытта республикала һигеҙ һәм унан күберәк бәлиғ булмаған бала тәрбиәләгән 47 ғаилә иҫәпләнә.
«Башҡортостан Республикаһында күп балалы ғаиләләргә дәүләт ярҙамы тураһында»ғы закон үҙ көсөнә ингән мәлдән бындай льготаны Башҡортостанда 85 ғаилә алды.
Бөтә республика буйынса әле 45 мең ишле ғаилә йәшәй. Уларҙан яҡынса 24 меңе төрлө социаль ярҙам саралары менән файҙалана, тип өҫтәне Ленара Иванова.

Читайте нас в