ӨФӨ, 2018 йыл, 1 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.
«Иң сибәр студент» бөтә Рәсәй интеллект, ижад һәм спорт конкурсында Башҡортостан вәкиле Гүзәлиә Ишмөхәмәтова тамашасы һөйөүе бүләген алды. Ошо хаҡта «Һылыуҡай Bashkirian Beauty» студияһында хәбәр иттеләр.
Башҡорт һылыуы тағы ла бер исемгә лайыҡ булды: ул башында самауыр менән башҡорт бейеүен башҡарған өсөн «Нәзәҡәтлелек» номинацияһында билдәләнде.
Гүзәлиә Ишмөхәмәтова Башҡорт дәүләт университетының физика факультетында 4-се курста белем ала. Гүзәлиә 12 йәштән Линара Таһированың «Һылыукай — Bashkirian Beauty» студияһында шөғөлләнә. 2018 йылда «Һылыуҡай» республика гүзәллек конкурсында ҡатнашты һәм «Интернет һылыуҡайы» номинацияһында еңеү яуланы.
«Конкурс турҙары аҙна дауамында барҙы. Проектта ижади һәм бер-береһе өсөн борсолоу тойғоһо атмосфераһы хөкөм һөрҙө. Гүзәлиә һәр саҡ яҡшы кәйефтә булды һәм бөтә эштәрҙе лайыҡлы башҡарҙы», — тип һөйләне «Һылыуҡай Bashkirian Beauty» студияһы етәксеһе Линара Таһирова.
2018 йылғы конкурстың финалы Севастополдә уҙҙы. Конкурста юғары уҡыу йорто эсендә һәм төбәк этаптарында еңеүсе булған 38 ҡыҙ һәм 22 егет ҡатнашты.
Башҡортостан Республикаһы «Рәсәйҙең иң сибәр студент ҡыҙы һәм егете» конкурсында һигеҙенсе тапҡыр ҡатнашты.