Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Октябрь 2018, 17:01

Башҡортостандың баш ҡалаһында +4°. Яуым-төшөм көтөлмәй

ӨФӨ, 2018 йыл, 1 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.
Октябрҙең тәүге көнөндә Башҡортостанда аяҙлы-болотло һауа торошо фаразлана. Төндә урыны менән бер аҙ ямғыр яуып уҙҙы. Әле республиканың баш ҡалаһында термометр +4° күрһәтә. Атмосфера баҫымы 749 миллиметр тәшкил итә.
Көндөҙ синоптиктар яуым-төшөм фараз итмәй, төньяҡ райондарҙа ғына бер аҙ ямғыр яуыуы ихтимал. Елдең көнбайыштан секундына 5-10 метр тиҙлектә иҫеүе көтөлә, көндөҙ секундына 17 метрға тиклем көйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ +7,+12° тәшкил итә.
Ҡайһы бер юл участкаларына иртән томан төшә, күреү мөмкинлеге 500-1000 метрҙан кәмей.
Читайте нас: