ӨФӨ, 2018 йыл, 25 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/.
Ҡыҫҡа әбейҙәр сыуағы Башҡортостандан китә. 25 сентябрҙә был аҙнала һуңғы йылы көн.
Шишәмбе һауа 23 градусҡа тиклем йылына, яуым-төшөм көтөлмәй. Ел көньяҡтан, көсәйеүсән.
26 сентябрҙә төндә урыны менән бер аҙ ямғыр яуа. Ел көньяҡтан талғын. Һауа температураһы +8,+13°, таулы райондарҙа +3°. Көндөҙ бер аҙ ямғыр яуа, урыны менән уртаса, республиканың көньяҡ-көнсығышы буйынса яуым-төшөмһөҙ. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын, көсәйеүсән. Һауа температураһы +14,+19°, көньяҡ-көнсығыш буйынса +24°.
Рәсәй Гидрометүҙәге фараздары буйынса, алдағы көндәрҙә һауа температураһы 14 градустан юғары күтәрелмәй, көн дә бер аҙ ямғыр яуыуы көтөлә. Ә 1 октябрҙә төндә ҡар яуыуы фаразлана.