Әлшәй хәбәрҙәре
-2 °С
Ҡар
75 лет Победы
Баш
Тат
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Сентябрь 2018, 12:52
Рәсәйҙә балалы ғаиләләр өсөн льготалы ипотека программаһы оҙайтыла
ӨФӨ, 2018 йыл, 26 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/.
Икенсе йәки өсөнсө балалары тыуған ғаиләләр өсөн льготалы ипотека кредиттары программаһы 2024 йылға тиклем оҙайтыла.
«Ғаиләләр өсөн льготалы ипотека кредиттары программаларын кәмендә 2024 йылдың аҙағына тиклем оҙайталар», — тип
тапшыра
«ТАСС» вице-премьер Татьяна Голикова секретариаты хәбәрен.
2017 йыл аҙағында Президент Владимир Путин 2018 йылдың 1 ғинуарынан 2022 йылдың 31 декабренә тиклемге осорҙа икенсе һәм өсөнсө балалары тыуған ғаиләләр өсөн ипотека буйынса 6 процент ставка менән махсус программа эшләргә тәҡдим итте. 2018 йылдың июнендә Президент шулай уҡ дүрт һәм унан күберәк балалы ғаиләләр өсөн ипотека буйынса алты процентлы ставка тәьмин итергә ҡушты.
http://www.bashinform.ru/news/1216216-v-rossii-reshili-prodlit-programmu-lgotnoy-ipoteki-dlya-semey-s-detmi/
Читайте нас в