Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Сентябрь 2018, 12:47

Өфөлә социаль объекттарға йылы бирә башланылар

Өфөлә социаль объекттарға йылы биреү башланды. Белгестәр медицина һәм балалар учреждениеларын йылыға тоташтыра.
«25 сентябргә ҡарата мәғлүмәттәр буйынса, БашРТС-ҡа ебәрелгән ғаризаларға ярашлы, ете объектҡа йылы бирелгән. Улар иҫәбендә 17-се дауаханаһының яңы тыуған сабыйҙар бүлеге, бер балалар баҡсаһы, Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының ике корпусы, 6-сы бала табыу йорто, шулай уҡ 2-се балалар баҡсаһы», — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына компанияның матбуғат секретары Татьяна Вәлиева.
Уның һүҙҙәренсә, социаль объекттарға йыш ҡына ваҡытынан алда йылы биреү ҡулланыла. Ҡулланыусы БашРТС-ҡа ғариза яҙһа, техник мөмкинлек булған осраҡта, алдан йылы бирелә.
«Өфө инженер селтәрҙәре» муниципаль унитар предприятиеһы матбуғат секретары Анна Горюхина ҡаланың бер төркөм социаль объекттырын йылылыҡ тәьминәтенә ваҡытынан алда тоташтырыу тураһында мәғлүмәтте раҫланы. Уҙған көндәрҙән алып, Өфө инженер селтәрҙәре хеҙмәтләндергән 14 объектҡа йылы бирелде, тип билдәләне ул.
Өфөлә һауа температураһы биш тәүлек рәттән +8 градустан түбән булғанда рәсми рәүештә йылытыу миҙгеле башлана.
Читайте нас: