Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Сентябрь 2018, 16:17

Мәҙәниәт өсөн сиктәр юҡ

21-23 сентябрҙә Өфөлә III Евразия гуманитар форумы үтте. Фольклор фестивалдәре һәм традицион сәнғәт ойошмалары халыҡ-ара советының 48-се Бөтә донъя конгресы һәм Генераль Ассамблеяһы (CIOFF) сиктәрендә уҙған ҙур сараның төп ойоштороусыһы булып ЮНЕСКО эштәре буйынса Рәсәй комиссияһы сығыш яһаны.


22 сентябрҙә Конгресс-холдың ҙур залында үткән форумдың төп өлөшө Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитовтың ҡотлау телеграммаһында яңғыраған изге теләктәр менән асылды. Мәҙәниәт һәм халыҡ ижадын үҫтереүгә арналған сараның эшендә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов, Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының айырым мәсьәләләр буйынса илсеһе, ЮНЕСКО эштәре буйынса Рәсәй комиссияһының яуаплы сәркәтибе Григорий Орджоникидзе, БДБ һәм башҡа сит илдәрҙә ЮНЕСКО эштәре буйынса милли комиссиялар етәкселәре һәм вәкилдәре, СОИФФ Президенты Филипп Боссан етәкселегендәге ҙур делегация – 50-нән ашыу илдән килгән 200-гә яҡын вәкил ҡатнашты.


Форумда яңғыраған сығыштарҙың төп асылы донъя мәҙәниәттәре диалогы нигеҙендә Ер шарында тыныслыҡ урынлаштырыуға, халыҡтарҙың үҙ-ара дуҫ-татыу йәшәүенә булышлыҡ итеүгә ҡайтып ҡалды. “Мәҙәниәт өсөн сиктәр юҡ. Мәҙәни аралашыу өсөн дәүләт, милләт, тел айырмалыҡтары кәртә түгел”, – тип билдәләне йәнле аралашыуға ҡоролған сарала ҡатнашыусылар.


Читайте нас: