Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Сентябрь 2018, 16:08

Депутаттар таныҡлыҡ алды

Ауыл хужалығы министрлығының Колонна залында республиканың яңы һайланған Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарына таныҡлыҡтар тапшырыу тантанаһы үтте. Халыҡ вәкилдәренә документты Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев таратты.


Алтынсы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға “Берҙәм Рәсәй”ҙән – 79, КПРФ-тан – 15, ЛДПР-ҙан – 7, “Ғәҙел Рәсәй”ҙән – 5, “Рәсәй патриоттары”нан – 2, “Йәшелдәр”ҙән – бер һәм үҙ-үҙен тәҡдим иткән бер вәкил үтте. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа йәмғеһе 110 депутат.

Яңы саҡырылыштың тәүге ултырышы киләһе аҙнала – 28 сентябрҙә үткәрелә.


Читайте нас: