Башҡортостанда көндәр һыуытты, ямғырҙар башланды. Көҙгө эштәрен тамамлап өлгөрмәгәндәр борсола: йылы, аяҙ көндәр әле булырмы?
Бөгөн урыны менән ямғыр яуа, төньяҡ-көнбайыштан көслө ел иҫә, һауа температураһы +10, +15 градус. Айырым юл участкаларында томан. Шулай ҙа республиканың көньяғында янғын хәүефе һаҡлана.