Әлшәй хәбәрҙәре
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Сентябрь 2018, 16:38

Тәмле икмәк һағындырҙы!

Илдә арыш һәм бойҙай ононан етештерелгән икмәк-булка изделиелары өсөн яңы дәүләт стандарты (ГОСТ) әҙерләнде.




Илдә арыш һәм бойҙай ононан етештерелгән икмәк-булка изделиелары өсөн яңы дәүләт стандарты (ГОСТ) әҙерләнде. Бынан һуң икмәк бешереүселәргә онға төрлө технологик өҫтәмәләр ҡушырға рөхсәт итмәйәсәктәр.


Икмәк бешереү өсөн ҡулланылған он сифатына талап юғары. Ә дөйөм тәғәйенләнештәге он кондитер изделиелары, билмән һәм башҡа продукттар әҙерләүгә китә. Уларҙың араһындағы төп айырма — иген бөртөгөндәге елемсәнең (аҡһымлы матдәнең) күләмендә һәм сифатында. Белгестәрҙең әйтеүенсә, сифатлы ондан, төрлө өҫтәмәләрһеҙ бешерелгән икмәк тәмле лә, файҙалы ла буласаҡ. Баҡһаң, дөйөм тәғәйенләнештәге онға бөжәктәр менән зарарланған игендең дә эләгеү ихтималлығы бар икән.


Фото: еcofazenda-ufa.nethouse.ru

Читайте нас: