Әлшәй хәбәрҙәре
+6 °С
Облачно
Новости
11 Сентября 2018, 06:40

“Берҙәм Рәсәй” алға сыҡты

Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы алтынсы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттарын һайлау кампанияһының һөҙөмтәләре менән таныштырҙы.

Партия исемлеге буйынса ла, бер мандатлы округтарҙа ла “Берҙәм Рәсәй” партияһы иң күп тауыш йыйған.


“Берҙәм Рәсәй” партияһы 110 мандаттың 79-ын алған. Коммунистар партияһы — 15 мандатҡа, ЛДПР – ете, “Ғәҙел Рәсәй” – биш, “Рәсәй патриоттары” менән “Йәшелдәр” икешәр мандатҡа эйә. Үҙ-үҙен тәҡдим иткәндәр араһынан бер кеше еңеп сыҡҡан.


Дөйөм алғанда, һайлау кампанияһында ун партия ҡатнашҡан, әммә законға ярашлы, уларҙың биш проценттан ашыу тауыш йыйғандарына ғына мандат тапшырыла.

Читайте нас