Әлшәй хәбәрҙәре
-21 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Сентябрь 2018, 11:12

Рѳстәм Хәмитов: «Һайлау ғәҙел, яҡшы, тыныс шарттарҙа үтте»

«Берҙәм Рәсәй» партияһы рәйесе, Рәсәй Хѳкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев Берҙәм һайлау кѳнѳ һѳҙѳмтәләре буйынса тѳбәктәр менән селектор кәңәшмәһе үткәрҙе.

«Берҙәм Рәсәй» партияһы рәйесе, Рәсәй Хѳкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев Берҙәм һайлау кѳнѳ һѳҙѳмтәләре буйынса тѳбәктәр менән селектор кәңәшмәһе үткәрҙе. Унда Башҡортостан Башлығы, партияның баш советы ағзаһы Рѳстәм Хәмитов ҡатнашты.


Дмитрий Медведев белдереүенсә, «Берҙәм Рәсәй» партияһы һайлауҙа лайыҡлы һѳҙѳмтә күрһәткән.


- Партия тотороҡло сығыш яһаны, ошо ваҡытҡа алынған һѳҙѳмтәләр буйынса, Федерацияның һайлау булған барлыҡ тѳбәктәрендәге закондар сығарыу органдарында ла алдынғылыҡты һаҡлай. Был хаҡта ошо сәғәткә алынған мәғлүмәттәр ҙә һѳйләй, - тине Дмитрий Медведев.


Уның белдереүенсә, партия тәҡдим иткән кандидаттар уңышлы сығыш яһаған.


- Беҙҙә һайлау һѳҙѳмтәләре насар түгел. Электораттың 50 проценты ҡатнашты. Ѳс миллион һайлаусының 1,5 миллионы һайлау участкаларына килде. Әле бюллетендәрҙең 27 проценты эшкәртелгән. «Берҙәм Рәсәй» 61 процент һѳҙѳмтә менән алда бара, - тине Рѳстәм Хәмитов.


Автор: Р. МУСИНА

Читайте нас в