Әлшәй хәбәрҙәре
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Сентябрь 2018, 12:06

Дәүләт Йыйылышына һайлауҙа тауыш биреүселәр һаны 47 проценттан ашҡан

Башҡортостанда һайлауҙа, яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, һайлаусыларҙың 47,11 проценты тауыш бирҙе, тип хәбәр итте Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы секретары Марина Долматова.

Башҡортостанда һайлауҙа, яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, һайлаусыларҙың 47,11 проценты тауыш бирҙе, тип хәбәр итте Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы секретары Марина Долматова:


- Яҡынса мәғлүмәттәргә ярашлы, республика райондарында һайлаусыларҙың 59,81% тауыш бирҙе, ҡалаларҙа — 38,77, Өфөлә — 27,55%. Сағыштырыу өсөн: бынан алдағы республика Дәүләт Йыйылышына һайлауҙа халыҡтың 53% ҡатнашҡайны.


Башҡортостанда төбәк парламентына һайлау тамамланды. Республикала йәшәүселәр бөгөн Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға 110 депутатты һайланы. Уларҙың яртыһы — бер мандатлы округтар, икенсе яртыһы сәйәси партиялар исемлеге буйынса һайланды.


Читайте нас: