Төбәк парламентына һайлауҙар биш йылға бер тапҡыр уҙғарыла. Республикала йәшәүселәр
бөгөн закондар сығарыу йыйылышына 110 депутат һайлай. Уларҙың яртыһы – бер мандатлы округ, яртыһы сәйәси партиялар исемлеге буйынса һайлана. 9 сентябрҙә һайлаусылар берәүһе бер мандатлы округ буйынса кандидаттар менән (бөтә республика 55 округка бүленгән, уларҙың һәр ҡайһыһына бер еңеүсе билдәләнәсәк) һәм икенсеһе сәйәси партиялар исемлеге менән ике бюллетень ала.