«Яңы ҡорамал ауыл халҡының әүҙем мәҙәни-ял тормошон үҫтереүгә булышлыҡ итергә, уҙғарылған сараларҙың сифатын күтәрергә мөмкинлек бирергә тейеш», — тип билдәләнеләр Туймазы районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегендә.
Ағымдағы йылда район ауылдарын төҙөкләндереүгә һәм социаль инфраструктураларҙы үҫтереүгә йүнәлтелгән 19 «реаль эш»те тормошҡа ашырыуға төбәк һәм урындағы бюджеттарҙан 7 миллион һумдан ашыу аҡса бүленә. Бөгөнгә Кәлшәле ауылында һыу үткәргес селтәре торбаларын алмаштырыу саралары башҡарылған, Кәкребаш ауылындағы балалар баҡсаһында беседка ҡуйылған, райондың туғыҙ мәктәпкәсә учреждениеларында ремонт эштәре бара.