Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Август 2018, 12:50

135 көн каникул һәм 35 уҡыу аҙнаһы: 2018/2019 уҡыу йылына Башҡортостан уҡыусылары өсөн календарь

Яңы уҡыу йылы башланыуға бер аҙна ҡалды. Шәмбе, 1 сентябрҙә, Башҡортостанда һәм илдә Белем көнө уңайынан байрам линейкалары уҙа, һуңынан уҡыуҙар башлана.

Яңы уҡыу йылы башланыуға бер аҙна ҡалды. Шәмбе, 1 сентябрҙә, Башҡортостанда һәм илдә Белем көнө уңайынан байрам линейкалары уҙа, һуңынан уҡыуҙар башлана. Беренсе класс уҡыусылары быйыл 33 аҙна, 2-8 кластар - 35 аҙна, өлкән кластар 34 аҙна уҡый.

Көҙгө каникулдар 28 октябрҙә башлана һәм һигеҙ көн дауам итә; ҡышҡыһы 31 декабрҙә башлана һәм 13 ғинуарҙа тамамлана; яҙғыһы - 24 марттан 31-нә тиклем, йәйгеһе ғәҙәттәгесә 1 июндә башлана һәм яңы уҡыу йылына тиклем дауам итә.

Шулай уҡ уҡыусыларҙы һәм уларҙың ата-әсәләрен түбәндәге байрамдар уңайынан ял көндәре көтә: 11 октябрь — Башҡортостан Республикаһы көнө, 4 ноябрь — Халыҡтар берҙәмлеге көнө, 23 февраль — Ватанды һаҡлаусылар көнө, 8 март — Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө, 1 май — Яҙ һәм хеҙмәт байрамы, 9 май — Еңеү көнө, 4 июнь — Ураҙа байрамы, 12 июнь — Рәсәй көнө, 12 август — Ҡорбан байрамы.

Читайте нас: