Әлшәй хәбәрҙәре
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Август 2018, 13:33

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында һауа торошоноң боҙолоуы хаҡында иҫкәртәләр

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында һауа торошоноң боҙолоуы хаҡында иҫкәрттеләр. Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, 23 августа республика биләмәһендә йәшен, елдең көсәйгәндә секундына 15-20 метр тиҙлектә иҫеүе көтөлә. Төндә һәм иртән урыны менән томан, 500-1000 метрҙан күреү мөмкинлеге кәмей.

Көслө ел ваҡытында ҡотҡарыусылар биналарҙан сыҡмаҫҡа тәҡдим итә. Шулай уҡ балаларҙы махсус контролгә алыу һәм уларҙы ҡараусыһыҙ ҡалдырмау мөһим, тип кәңәш итәләр ашығыс хеҙмәттәрҙә.

Алдағы көндәрҙә һауа торошоноң ҡапыл боҙолоуы көтөлә. 24-25 августа төндә һәм иртән ҡайһы бер райондарҙа 0, -2 градусҡа тиклем ҡырау төшөүе мөмкин.

Читайте нас: