Рәсәй Эске эштәр министрлығының Әлшәй районы буйынса бүлеге Раевка ауылында йәшәүсе 1956 йылғы Кәримова Мөнирә Хәбир ҡыҙын эҙләй, ул 3 июлдә 22 сәғәттәр тирәһендә өйөнән билдәһеҙ яҡҡа сығып китә. Уның ҡайҙа булыуы тураһында ниндәй ҙә булһа мәғлүмәткә эйә кешеләрҙең Эске эштәр министрлығы бүлегенә 8 (34754) 3-09-91, 3-12-09 телефондары буйынса хәбәр итеүен һорайбыҙ.