Әлшәй хәбәрҙәре
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Август 2018, 14:08

Республикала уҡыусыларҙың өстән ике өлөшө туған тел булараҡ рус телен һайлаған

Башҡортостанда уҡыусыларҙың өстән ике өлөшө тиерлек туған тел булараҡ рус телен һайлаған, тип хәбәр итә «Idel.Реалии» республиканың Мәғариф министрлығы мәғлүмәттәренә һылтанма менән.

Башҡортостанда уҡыусыларҙың өстән ике өлөшө тиерлек туған тел булараҡ рус телен һайлаған, тип хәбәр итә «Idel.Реалии» республиканың Мәғариф министрлығы мәғлүмәттәренә һылтанма менән.

Уҡыусыларҙың 63,05% «туған тел» фәне булараҡ рус телен, 15,6% — башҡорт телен, 9,45% татар телен өйрәнә.

2018-2019 уҡыу йылына яҡынса мониторинг буйынса, Башҡортостанда 11 туған тел өйрәнелә. Улар — башҡорт, белорусс, латыш, мари, мордва, немец, рус, татар, удмурт, украин һәм сыуаш телдәре.

Башҡорт һәм рус телдәре (туған тел булараҡ) республиканың барлыҡ дөйөм белем биреү учреждениеларында уҡытыла. Татар теле туған тел булараҡ 12 муниципаль районда һәм өс ҡала округында өйрәнелә. Биш муниципаль районда — сыуаш, бер районда мари теле дәрестәре ҡаралған. Башҡортостан Мәғариф министрлығы хәбәр итеүенсә, төбәктә уҡыусыларҙың дөйөм һаны 468 154 кеше тәшкил итә.

Читайте нас: