Акцияла һәр кем ҡатнаша ала. “Ғаилә” көньяҡ-көнбайыш район-ара үҙәге бүлексәһендә (Раевка ауылы, Юбилей урамы, 23 а) август аҙағына тиклем канцелярия тауарҙары һәм мәктәп кәрәк-яраҡтары ҡабул ителә. Йыйылған тауарҙар сәләмәтлеге сикләнгән, ата-әсә тәрбиәһенән мәхрүм балаларға һәм аҙ тәьмин ителгән ишле, тулы булмаған ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән балаларға таратыласаҡ.