Әлшәй хәбәрҙәре
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Август 2018, 16:54

«Нарыҫтау» яңы тарихи-этнографик тур менән таныштыралар

Башҡортостанда «Нарыҫтау» яңы тарихи-этнографик тур менән таныштыралар. Турҙы ойоштороусы һәм гид булып танылған эстрада башҡарыусыһы пародист Илсур Тайсин сығыш яһай.

Башҡортостанда «Нарыҫтау» яңы тарихи-этнографик тур менән таныштыралар. Турҙы ойоштороусы һәм гид булып танылған эстрада башҡарыусыһы пародист Илсур Тайсин сығыш яһай.

19 августа турҙа ҡатнашыусылар изге һәм тарихи урындарға бара:

Хөсәйенбәк мавзолейы — тарихи шәхес, 14-се быуатта мосолмандарҙың лидеры, Көньяҡ Урал биләмәһендә тәүгеләрҙән булып ислам таратыусыларҙың береһе;

— башҡорт халҡының эпик геройҙары Иҙеүкәй менән Мораҙымдың ҡәберлектәре;

Илсеғол ауылы — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы менән Берлинға хәтлем барып еткән Керчь ҡушаматлы дүнәжендең тыуған төйәге.

Был көн турҙа ҡатнашыусыларҙы һауыҡтырыуға арнала. Улар ҡымыҙ фермаһында ҡымыҙҙы тәмләп ҡарай һәм уны эшләргә өйрәнә ала. Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылындағы «Башҡорт ихатаһы» этнокомплексында башҡорт уғынан атырға өйрәнергә мөмкин.

Турҙа ҡатнашыусыларҙың изге шишмә һыуын эсеп ҡайтыу, көмөш һәм башҡа минералдарға бай һыуҙа ҡойоноп сығыу, сихәтле үләндәр, башҡорт балы, айыу һәм ҡаҙ майы менән бесәнле мунса инеү, ҡымыҙ терапияһы һәм фитотерапия буйынса рецептар менән танышыу, ҡымыҙ, шифалы үләндәр һатып алыу мөмкинлеге лә бар.

Туристарҙы Дим йылғаһы бассейнының географик объекттары менән таныштырыу күҙаллана:

теләктәр ҡабул булған Сатыртау;

— бәхет бүләк иткән Сусаҡтау;

— изге шишмәле Нарыҫтау.

Кескәй туристар өсөн дә ҡыҙыҡлы саралар ҡаралған. Улар контактлы зоопаркта ҡолондар, кәзә-һарыҡ бәрәстәре, быҙауҙар, көсөктәр менән уйнай, Дим йылғаһында балыҡ ҡармаҡлай ала.

Читайте нас: