Бындай башланғыс менән Дәүләт Думаһының Һаулыҡ һаҡлау буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Леонид Огуль сығыш яһаны. Хәмерҙе, тәмәке изделиеларын кеүек үк, һатып алыусылар күҙенән йәшерергә кәрәк — йә айырым залға, йә иһә ябыҡ шкафтарға, тип иҫәпләй ул.
Кибеттәрҙә алкоголдең иркен һатылыуы өлкәндәр өсөн генә зарарлы түгел, балаларға ла насар өлгө күрһәтә, тип билдәләне парламентарий.