Һуңғы өс көндә Өфөлә һәм тотош Башҡортостанда һауа температураһы ҡапыл түбәнәйҙе. Термометр бағанаһы көндөҙ +14, төндә иһә +9 градусҡа тиклем төштө. Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, йонсоу, ямғырлы һәм елле һауа торошо алдағы ял көндәренә тиклем дауам итә.
11 августа һауа температураһы йәнә 21-26 градусҡаса күтәрелә. Ләкин елдең ҡапыл иҫеүе һәм бер аҙ яуым-төшөм һаҡлана. Шишәмбегә, 14 авгусҡа ҡәҙәр көндәр йылы тора, һуңынан термометр бағанаһы йәнә +13-кә тиклем төшә. Бының менән йәй тамамланмай. Бер аҙнанан Өфөгә 30 градуслыҡ эҫелек кире ҡайта һәм сентябргә тиклем дауам итә.