Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Август 2018, 12:53

Инвестиция мөхитен яҡшыртыу һәм экспортты үҫтереү буйынса йәмәғәт советы ултырышы

7 августа республика Хөкүмәте йортонда Башҡортостан башлығы ҡарамағындағы Инвестиция мөхитен яҡшыртыу һәм экспортты үҫтереү буйынса йәмәғәт советы ултырышы булды. Уны төбәк етәксеһе Рөстәм Хәмитов уҙғарҙы.

7 августа республика Хөкүмәте йортонда Башҡортостан башлығы ҡарамағындағы Инвестиция мөхитен яҡшыртыу һәм экспортты үҫтереү буйынса йәмәғәт советы ултырышы булды. Уны төбәк етәксеһе Рөстәм Хәмитов уҙғарҙы.

Ултырышты асып, төбәк етәксеһе 2018 йылдағы төп макроиҡтисади күрһәткестәрҙе билдәләне.

– Күп кенә төп макроиҡтисади күрһәткестәр буйынса республика асыҡтан-асыҡ ыңғай зонала, – тине Башҡортостан Башлығы. – Ойошмаларҙың әйләнеше һигеҙ процентҡа артты – 1,65 триллион һумға тиклем. Сәнәғәт етештереүе индексы 103 проценттан ашҡан. Ваҡлап һәм күмәртәләп һатыуҙа хәл яҡшырҙы – үҫеш дүрт һәм яҡынса һигеҙ процент тәшкил итә. Хаҡтар йыл башынан 1,7 процентҡа күтәрелде, ә реаль хеҙмәт хаҡы биш айҙа туғыҙ процентҡа тиерлек артты. Бынан тыш, Башҡортостан ҡаҙнаһына һалым кереме буйынса һөҙөмтәләр уртаса. Бер тапҡыр түләнә торған аҡсанан тыш – «Башнефть» яғынан 16,5 миллиард һум күләмендә табышҡа һалым – бюджетҡа һалымдар индереү яҡынса ете-һигеҙ процентҡа күбәйҙе.

Инвестициялар 2017 йыл менән сағыштырғанда ете процентҡа тиерлек кәмене (былтыр 17,5 процент ине), экспорт алты процентҡа аҙайҙы.

Ултырыш барышында бер нисә мәсьәлә ҡаралды. Башҡортостандың иҡтисади үҫеш министры Сергей Новиков һәм республиканың финанс министры урынбаҫары Лира Игтисамова инвестиция һәм инновация эшмәкәрлеген һалым дәртләндереүе һәм дәүләт ярҙамы сараларын камиллаштырыу тәҡдимдәре тураһында һөйләне. Бынан тыш, Сергей Новиков республикала Рәсәй төбәктәрендә инвестиция мөхите торошоноң милли рейтингының иң яҡшы тәжрибәләрен индереү буйынса саралар планына үҙгәрештәр индереү тураһында мәғлүмәт еткерҙе. Милек хоҡуғын теркәү һәм ер участкаһын кадастр иҫәбенә ҡуйыу буйынса процедураларҙың һөҙөмтәлелеген арттырыу, территориаль планлаштырыу, төҙөлөшкә рөхсәт ҡағыҙы биреү буйынса процедураларҙың һөҙөмтәлелеген күтәреү, бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа булышлыҡ итеү хаҡында ла һүҙ барҙы.

– Төп бурыс – республиканың тулайым төбәк продуктын 1,5 триллиондан 2 триллион һумға тиклем артырыу. Инвестициялар булмаһа, быға өлгәшеү мөмкин түгел, – тине Рөстәм Хәмитов. – Шуға күрә бер ниндәй ҙә теге йәки башҡа сәбәптәргә йәки хәлдәргә һылтаныуҙар булмаҫҡа тейеш. Эшебеҙҙе сифатлы һәм билдәләнгән ваҡытҡа тамамлау зарур. Инициатива, стандарт булмаған алымдар, заманса идара стилен булдырырға кәрәк. Аңлашыла, күп осраҡта беҙ Рәсәй трендтарына бәйлебеҙ, һәм бында, үҙебеҙҙә, республика биләмәһендә уртаса Рәсәйҙекенән күп тапҡырға артығыраҡ шарттар тыуҙыра алмайбыҙ. Шуға ҡарамаҫтан, беҙгә инвестиция эшмәкәрлеген яҡшыртыу күҙлегенән һайларға кәрәк булған запастар бар әле.

Читайте нас: