Әлшәй хәбәрҙәре
+6 °С
Ясно
Новости
8 Августа 2018, 07:49

Башҡортостан башлығы грантына 185 проект дәғүә итә

Республиканың дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан халыҡтары телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән Башҡортостан башлығы гранттарына дәғүә итеүгә һайлап алыуҙы 185 проект уңышлы үтте.

Добавить в предпочтительные источники Google

Республиканың дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан халыҡтары телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән Башҡортостан башлығы гранттарына дәғүә итеүгә һайлап алыуҙы 185 проект уңышлы үтте. Улар араһында — мәҙәниәт, мәғариф, спорт һәм йәштәр сәйәсәте, киң мәғлүмәт саралары, фән өлкәһендәге проекттар.

Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығына бөтәһе 325 ғариза килде. 31 июлдә – 1 августа Өфөлә Рафаил Шафиҡов рәйеслегендә Эксперт советы ултырышы булды. Совет һәр проектты гранттар тапшырыу тураһында тәртипкә тап килеү-килмәүен ҡараны. Совет ағазаларының конкурс материалдарын ҡарауы барышында 140 проект кире ҡағылды.

Һайлап алыуҙы үткән проекттар Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры Салауат Сәғитов етәкселегендәге конкурс комиссияһына тапшырыла. Комиссия ултырышы август уртаһында уҙа.

Үҙеңдең ғаризаңдың торошо тураһында Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы сайтында белергә мөмкин.

Читайте нас