Әлшәй хәбәрҙәре
-19 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Август 2018, 12:20

10 августа уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһе була

10 августа Өфөләге Конгресс-холда республика мәғариф хеҙмәткәрҙәренең август кәңәшмәһе була. Осрашыуҙың төп темаһы — «Заманса хәүефһеҙ мәғариф мөхитен булдырыу».

Ғәҙәттәгесә, кәңәшмә барышында бер нисә тематик фекер алышыу майҙансығы ойошторола. Атап әйткәндә, педагогик берләшмә вәкилдәре яңы уҡытыу һәм тәрбиәләү алымдарын индереү, өс йәшкәсә балаларҙы иртәрәк үҫтереү, заманса инклюзив белем биреү өсөн шарттар тыуҙырыу, һөнәри уҡытыуҙы яңыртыу мәсьәләләрен тикшерә.

Август кәңәшмәһе эшендә республика властары һәм профессиональ мәғариф ойошмалары вәкилдәре, ата-әсәләр ойошмаһы әүҙемселәре, шулай уҡ ил төбәктәренән махсус саҡырылған ҡунаҡтар ҡатнашыр тип күҙаллана. Атап әйткәндә, 10 августа Өфөлә «Талант һәм уңыш» мәғариф фонды етәксеһе урынбаҫары, «Сириус» мәғариф үҙәгенең белем биреү программалары үҙәге етәксеһе Алексей Турчин, «Сириус» мәғариф үҙәгенең уҡытыу-методика үҙәге етәксеһе урынбаҫары Артем Лопатин, Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының Эшсе кадрҙар әҙерләү һәм өҫтәмә һөнәри белем биреү өлкәһендәге дәүләт сәйәсәте департаменты директоры урынбаҫары Алексей Левченко сығыш яһай.

Пленар ултырыш көндөҙгө сәғәт 2-лә башлана.
Читайте нас в