“Һөт иле” республикала йәшәүселәр һәм ҡунаҡтар өсөн ысын байрамға әйләнде, уны меңдәрсә кеше түҙемһеҙләнеп көтә, тип билдәләне БР Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов. Ойоштороусыларҙың төп маҡсаты – бушлай бер стакан һөт, һөтсөлөк фермаһы, һөт кафеһы кеүек байрамдың традицион сараларын дауам итеп, фестивалде тағы ла ҡыҙыҡлыраҡ итеп үткәреү. Шулай уҡ “Сыр яһау” семинар-конкурсы ла буласаҡ.