Башҡортостан Башлығы Хакимиәтендә Идаралыҡ булдырыу тураһында тейешле Указға Рөстәм Хәмитов ҡул ҡуйҙы. Ул быға тиклем Башҡортостандың Ведомство-ара йәмәғәт хәүефһеҙлеге советы аппаратына ингән коррупция һәм башҡа хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү һәм коррупцияға ҡаршы сәйәсәтте бойомға ашырыу бүлеге урынына асылды.