Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Август 2018, 16:46

«Зәңгәр береттар»: Рәсәйҙә Һауа-десант ғәскәрҙәре көнөн билдәләйҙәр

2006 йылдан башлап Рәсәйҙә 2 августа Һауа-десант ғәскәрҙәре көнө — ил десантсылары һәм Һауа-десант ғәскәрҙәре ветерандарының һөнәри байрамы билдәләнә.

2006 йылдан башлап Рәсәйҙә 2 августа Һауа-десант ғәскәрҙәре көнө — ил десантсылары һәм Һауа-десант ғәскәрҙәре ветерандарының һөнәри байрамы билдәләнә.

Был дата ил Президенты Владимир Путиндың 2006 йылдың 31 майындағы «Рәсәй Федерацияһының Ҡораллы Көстәрендә һөнәри байрамдарҙы һәм иҫтәлекле көндәрҙе билдәләү тураһында»ғы указы менән раҫланған.

Һауа-десант ғәскәрҙәренең тыуған көнө тип 1930 йылдың 2 авгусы иҫәпләнә, ул саҡта Мәскәү хәрби округының Воронеж эргәһендәге Хәрби-һауа көстәре күнекмәләрендә хәрби летчиктар Леонид Минов һәм Яков Мошковский етәкселегендә 12 кешенән торған подразделение тәүге тапҡыр парашюттан һикерә.

2 августа Рәсәйҙә ғәҙәттәгесә десантсыларҙың күрһәтмә сығыштары, концерттар һәм башҡа байрам саралары ойошторола.

«Башинформ» агентлығы алдан хәбәр иткәнсә, Башҡортостанда Һауа-десант ғәскәрҙәре көнөн киң билдәләйҙәр. Рәсәй армияһының элиталы ғәскәрҙәре вәкилдәре 2 августа «Забельский» аэродромына йыйыла.

Иртәнге сәғәт 11-ҙә аэродром майҙансығында тантана башлана — рәсми кешеләр һәм «Башҡортостан Республикаһының Һауа-десант ғәскәрҙәре һәм махсус тәғәйенләнештәге отряд ветерандары» йәмәғәт ойошмаһы вәкилдәре байрам геройҙарын ҡотлай.

Шунан һуң авиашоу башлана. «Русь» пилотаж төркөмө вәкилдәре L-39 «Альбатрос» штурмовиктарында юғары пилотаж фигураларын күрһәтә.

Шулай уҡ программала театрлаштырылған тамашалар һәм Һауа-десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеү тураһында йырҙар бар.

Читайте нас: