Дәүләкән районында 11 августа «Дим буйы йәштәре йыйыны»н уҙғарыу күҙаллана. Форум Яңы Яппар ауылы эргәһендә була. Уны Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты булышлығында Дәүләкән районы мөхтәсибәте, «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)» халыҡ-ара йәмәғәт ойошмалары союзы һәм муниципалитет хакимиәттәре ойоштора.
Йыйындың маҡсаты — төрлө милләт һәм дин йәштәре өсөн берҙәм майҙансыҡ булдырыу, үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе аһәңләштереү юлы менән йәш быуындың социаль берҙәмлеген нығытыу.
Сарала йәштәр араһында деструктив күренеш мәсьәләләре, йәш кешеләр менән тәрбиә биреү һәм иҫкәртеү эшенең юлдары күтәреләсәк. Был йүнәлештә власть, мәғариф органдарының, йәмәғәт ойошмаларының эш тәжрибәһе ҡараласаҡ.
Көндөң тәүге яртыһын йәштәр төрлө һүҙ көрәштереү майҙансыҡтарында үткәрә, ә икенсе яртыһында – спорт ярыштарында ярыша һәм күренекле ҡурайсы Роберт Юлдашев, йырсы Илгиз Абдрахманов, шағирә Лариса Абдуллина ҡатнашлығында байрам концертын ҡарай, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратында.