Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, аграрийҙар араһында конкурс 2016 йылдан уҙғарыла, уның
инициаторы булып Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов сығыш яһаны.
Йыл һайын ун иң яҡшы ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре – иген йыйыу комбайндары, үҙөйөрөшлө сапҡыс операторҙары, йөк автомобилдәре водителдәре, сөгөлдөр йыйыу комбайндарын йөрөтөүселәр, механизаторҙар һәм башҡалар – төбәк етәксеһенән автомобилдәр менән бүләкләнә.